Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Билдәле журналист “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды!
25.08.2024 Билдәле журналист “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған ине. "Журналист" позывнойлы яугир “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды. Бөгөн Вуз-ара студенттар кампусында үткәрелгән тантаналы сарала награданы Рафиҡ Үзбәк улының ҡатыны Зөһрә Фәнил ҡыҙы барып алды.

Әхмәтшиндарҙың ҡыҙҙары Фатима Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡый. Быйыл 5-се класҡа бара. Һүрәт төшөрөргә ярата. “Престиж” актерҙар һәм моделдәр студияһында шөғөлләнә. Улдары Мортаза М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледжын тамамланы. Әле Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетында уҡый, II курсҡа бара. Баш ҡалалағы компанияларҙың береһендә юрист ярҙамсыһы булып эшләй. Хыялы - адвокат, ә артабан судья булыу. Ғаилә яугиҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша.

Әйткәндәй, “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы республикала атайҙар институтын нығытыуға йүнәлтелгән. Ағымдағы, Ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылда республиканың 58 муниципалитетынан 319 атай конкурсҡа ғариза тапшырған. Конкурс комиссияһы барлығы 52 ирҙе һайлап алған. Уларҙың барыһы ла “Атай ҡаһарманлығы” миҙалын алған.

Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста “Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ” тигән номинация ла булдырылған.

Журналист Рафиҡ Үзбәк улы Әхмәтшинды ошондай юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Уға ғаилә именлеге, иҫәнлек, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!

Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-08-21/bild-le-zhurnalist-atay-a-armanly-y-mi-alyna-layy-buldy-3894141