Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » “СВОими глазами”
05.10.2023 “СВОими глазами”
Ҡулымда – яңы китап... Дуҫым, фекерҙәшем яҙған уны. Ундағы ҡайһы бер урындарҙы күңел тетрәнмәйенсә уҡыу мөмкин түгел...
Мөнир Ҡунафиндың “СВОими глазами” китабына Тәтешленең батыр егете Фәнис Хөсәйенов тураһында “Бер ғүмер етмәй икән...” очергы һәм “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине...” тигән юлъяҙмалары ингән. Быйылғы йәйҙә Мөнир менән махсус хәрби операция биләмәһенә бергә барып ҡайтырға, яугирҙәр менән осрашып, ихлас әңгәмәләр ҡорорға, уларҙың яу, йәшәү шарттары менән танышырға, хатта бер ҡаҙандан ашап, бер блиндажда йоҡлап йөрөргә насип булды. Был яҙмаларҙың икеһе лә иң тәүҙә “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡты. Әле бына улар рус телендә айырым китап булып донъя күрҙе.
Эйе, уйландырырлыҡ, кеше күңеленә үтеп инә белерлек итеп яҙа Мөнир дуҫ. Юҡ, ул бер кемгә лә үҙ фекерен таҡмай, өгөтләмәй, бары тик уй ғына һала. Ә бөгөнгө заманда уйланмау, уйлы булмау мөмкин түгел... Шуға күрә Мөнир Ҡунафинды Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итеүебеҙ бик тә урынлы һәм ваҡытлы тип иҫәпләйем.
Әйткәндәй, оҙаҡламай "Башҡортостан" гәзите биттәрендә Мөнир Ҡунафиндың Фәнис Хөсәйенов тураһында өр-яңы әҫәре донъя күрәсәк, дуҫтар!
Мунир Кунафин
Азат Бадранов
Марат Газизов
Тимергали Уразгулов
Ринат Культуманов
Айдар Шаяхметов

https://vk.com/club201842946?w=wall99411513_7462