Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » БАШҠОРТ, РУС, БЕЛОРУС ХАЛЫҠТАРЫ ДУҪЛЫҒЫ ӨЛГӨҺӨ
27.06.2023 БАШҠОРТ, РУС, БЕЛОРУС ХАЛЫҠТАРЫ ДУҪЛЫҒЫ ӨЛГӨҺӨ
Өфөлә уҙған Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында “Аҡбуҙат” журналы тарафынан белорус балалары өсөн сығарылған махсус һанының исем туйы уҙҙы. Шулай уҡ сарала кескәй уҡыусыларҙы Беларусь Республикаһында сығарылған “Вясёлка” балалар журналы менән дә таныштырҙылар.

“Вясёлка” башланғыс кластарҙа белем алған балаларға тәғәйенләнгән, журналдың беренсе һаны 1957 йылда донъя күрә. Баҫманың баш мөхәррире – Анастасия Радикевич.
“Аҡбуҙат” журналының белорус балалары өсөн махсус һанының беренсе битенән үк кескәйҙәрҙе сәләмләй “Вясёлка”. Журналдың исеме беҙҙеңсә йәйғор тигәнде аңлата.

Шуға күрә, исем туйы ла экранда сағылған йәйғорҙан башланып китте, унан һуң әле генә ете төҫ уйнаған зәңгәр күк йөҙөндә Аҡбуҙат ҡанаттарын елпене. Исем туйы ҡоро сығыштарҙан ғына тормай: ундағы һәр баланың әйтер һүҙе, ятлар шиғыры, йырлар йыры, уйнар ҡурай моңо һәм өҙҙөрөп баҫыр бейеүе – барыһы ла айырым мәғәнәгә ҡоролған. Әҙәби-мәҙәни сараның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.

Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер кәрәк: журналдарҙың исем туйында тулыһынса балалар ҡатнашты.
“Аҡбуҙат” менән “Вясёлка” журналдары хаҡында тамашасыларға Ф. Мостафина исемле 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Азамат Абдуллин һөйләне, ғөмүмән, сараны ул алып барҙы.
Байрам булһын да, ҡурай яңғырамаһын, имеш. Айҙар Байтимеров етәкселегендәге Өфө ҡалаһының 7-се урта мәктәп уҡыусылары – ҡурайсы малайҙар: Асҡар Йомағолов, Дәүләт Мәүлийәров, Данил Никитин, Айсар Йомашев исем туйын башҡорт көйҙәре менән биҙәне.

Ҡыҙҙар ҙа ҡалышманы: ике халыҡ туғанлашҡан оло форум сиктәрендә башҡорт журналы “Аҡбуҙат”ты һәм белорус журналы “Вясёлка”ны белорус балалары ла ҡотланы. Иглин районында Балтика исемле ауылда белорустар бар. Тамырҙарын белеп, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлап йәшәй улар: “Жаураночкi” исемле балалар вокал ансамбле эшләп килә. София Соловей, Ксения Пластеева, Мария Прига, Злата Шохова, Софья Калашникова, Анна Овчинникова, Агата Хализова, Олеся Пластеева – был сәскә ҡыҙҙарының барыһы ла ошо ижади төркөмдән. Улар белорус милли кейемендә туған телдәрендә йырланылар ҙа, тамашасыларҙы “Аҡбуҙат” һәм “Вясёлка”ның йөкмәткеһе менән дә таныштырҙылар. Төркөм етәксеһе — Наталья Тарасевич.

Йөкмәтке тигәндән, ике баҫма ла шиғырҙарға, уйындарға, әкиәттәргә, файҙалы мәғлүмәттәргә бай. “Аҡбуҙат” кескәй дуҫтарын Беларусь Республикаһы, уның мәҙәниәте, тарихы, билдәле шәхестәре менән таныштыра, “Вясёлка” иһә үҙ сиратында белорус балаларына Башҡортостан, арҙаҡлы башҡорттар, халыҡ ижады хаҡында һөйләй.

Мәләүез ҡалаһынан Самир Латипов исемле бар яҡтан да һәләтле дуҫыбыҙ бар беҙҙең. Ул исем туйында “Аҡбуҙат” тигән башҡорт бейеүен башҡарҙы.

“Аҡбуҙат” журналының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сығарған “Туған тел” исемле үҙенсәлекле китап хаҡында ла һүҙ барҙы. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың данлыҡлы “Туған тел” шиғырының 45 телдә тәржемәһен йыйнауы менән әһәмиәтле.

Балалар бергә йыйылып русса ла, белорус телендә лә, һәм әлбиттә, башҡортса ла “Туған тел”де яттан һөйләп ҡуйҙы, ә исем туйы Рәсәй хаҡындағы дәртле йыр менән тамамланды.
— Белорус дуҫтарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙ бер нисә йыл дауам итә. Үткән йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сығарған Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырының тәржемәләр йыйынтығында белорус теленә әҫәрҙе шағир Светлана Быкова тәржемә итте. Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының тап Өфөлә уҙасағын белеп ҡалыу менән беҙ, “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, “Вясёлка” белорус балалар журналы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, һәм дөйөм проект булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына хәҙер мин ҡулымда “Аҡбуҙат” журналының махсус сығарылышын тотоп торам. Журнал рус телендә сығарылған. Был журнал биттәрендә беҙҙә ҡунаҡта — “Вясёлка” белорус балалар журналы. Ә улар, үҙ сиратында, баҫмаларында беҙҙең материалдарҙы сығарҙы, - ти “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Лариса Хашим ҡыҙы шулай уҡ махсус номерҙа Беларусь Республикаһы балаларының шиғырҙары, һүрәттәре, халыҡ әкиәттәре, бишек йырының баҫылыуы хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, белорус балаларыныъ шиғырҙарын рус теленә Башҡортостан балалары тәржемә итте. Лариса Абдуллина шулай уҡ “Вясёлка” журналының баш мөхәррире Анастасия Радикевичҡа һәм белорус шағиры Светлана Быковаға шәхсән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

“Аҡбуҙат” журналының махсус номеры Иглин районы Балтика ауылында йәшәгән белорус балаларына бүләк ителде.

Ике илде туғанлаштырып, халыҡтарҙы дуҫлаштырып, баш ҡаланы гөрләткән Х Рәсәй һәм Белорусь төбәктәре форумы уҙған әһәмиәтле мәлдә “Аҡбуҙат” башҡорт журналы менән “Вясёлка” белорус балалары баҫмаларының исем туйының ҙур сәхнәлә гөрләп уҙыуы ысын-ысынында тарихи ваҡиға, ә инде сарала тулыһынса башҡорт менән белорус балаларының ҡатнашыуы – халыҡтар дуҫлығының матур өлгөһө.

Айгөл ҒӘБИТОВА.