Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Х РӘСӘЙ ҺӘМ БЕЛАРУСЬ ТӨБӘКТӘРЕ ФОРУМЫН ҠАРШЫЛАП!
22.06.2023 Х РӘСӘЙ ҺӘМ БЕЛАРУСЬ ТӨБӘКТӘРЕ ФОРУМЫН ҠАРШЫЛАП!
Һөйөнсө! "Аҡбуҙат" журналының Беларусь Республикаһына һәм халҡына арналған махсус һаны Беларусь балаларына барып етте!

Ошо уңайҙан оҙаҡ йылдар «Вяселка» балалар журналының баш мөхәррире булып эшләгән Владимир Липский менән осрашыу уҙған.

Балалар журналды ҡулға алғас ҡыуанған, һәр бите менән танышып сыҡҡан.

"Киләсәктә лә хеҙмәттәшлек дауам итер, артабан да балаларҙы "Аҡбуҙат " журналы менән таныштырасаҡбыҙ!" - ти баҫманың баш мөхәррире Анастасия Радикевич.

— Форум сиктәрендә был ике баҫманың исем туйын үткәрергә йыйынабыҙ! - тине "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина .