Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш
18.02.2023 Ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш
Ижади осрашыуҙы асып, Үҙәк район-ара ижади берләшмәләрҙең етәксеһе Ринат Шайбәков һүҙҙе район хакимиәте башлығы идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Бакировҡа тапшырҙы.

- Район халҡы бар яңылыҡтарҙы гәзиттән уҡып белә. Бөгөнгө көндә гәзит берҙән-ьер дөрөҫ һәм ышаныслы мәғлүмәт сығанағы. Журналист өсөн иң мөһиме халыҡҡа яҡын булыу. Беҙ район гәзиттәренең эше менән ҡәнәғәтбеҙ һәм район баҫмаларына һәр яҡлап иғтибар һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Барыһына ла киләсәктә лә ижади уңыштар теләйем, - тине Айҙар Филарит улы.

Бер төркөм журналистар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы Сәйетҡолова, «Башҡортостан Ресбуликаһы Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, медиадиректоры Айнар Байбулатов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡулынан Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

«Аргументы и факты» гәзите мөхәррире Луиза Вәлиева аҙнаға бер тапҡыр сығарылған 12 битлек гәзитте нисек итеп сағыу, уҡымлы, йөкмәткеле итеп сығарыу нескәлектәре менән уртаҡлашты. Мәҡәләнең исеме ҡыҙыҡлы, ябай һәм аңлайышлы, фотоһүрәт йәнле, ҙур булырға тейеш, тине. Мәҡәләләрҙә һандар, факттар, яңылыҡтар асып бирелһә яҡшыраҡ, шулай уҡ уҡыусылар интервьюны яратып уҡый, тип билдәләне.
"Ниһайәт, оҙаҡ ваҡыт ошондай эшлекле семинарҙар булмағандан һуң, бөгөн беҙ тәжрибә уртаҡлашырға, мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ.
Бөгөн мин аҙнаға бер тапҡыр сығарылған 12 битлек гәзитте нисек итеп сағыу, уҡымлы, йөкмәткеле итеп сығарыу нескәлектәре тураһында уртаҡлашам. Беҙ интервьюға айырым иғтибар бирергә тейешбеҙ, улар уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителә. Мәҡәләнең исеме ҡыҙыҡлы, ябай һәм аңлайышлы, фотоһүрәт йәнле, ҙур булырға тейеш», тине Аргументы и факты» гәзите мөхәррире Луиза Вәлиева.
«Аргументы недели» гәзите мөхәррире Сергей Кудряшов монетизация тураһында һөйләп, район хакимиәте менән берлектә райондың брендын күтәреү йүнәлешендә эшләү, реклама материалдарын урынлаштырыу, гәзиттең төҫлө вариантын нисек сифатлы итеп сығарыу тураһында аңлатты.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә журналистар төрлө майҙансыҡтарҙа милли баҫмалар, махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусылар хаҡында мәҡәләләрҙе дөрөҫ итеп уҡыусыларға еткереү, верстка серҙәренә төшөндө.

Шулай уҡ “Кызыл таң” гәзитенең программалау администраторы Азамат Абдрафиҡов гәзиттәрҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәрен, сайттарын үҫтереү, халыҡҡа киңерәк танытыу алымдары тураһында һөйләне. Ул биргән ғәмәли кәңәштәр күптәр өсөн урынлы, кәрәкле булды.
Ошондай осрашыуҙар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, белгестәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу, кәңәшләшеү йәһәтенән бик әһәмиәтле, тип билдәләне хеҙмәттәштәр.


Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.