Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Матбуғат Республика баҫма матбуғатының йыйылма командаһы — чемпион!
15.04.2022 Матбуғат Республика баҫма матбуғатының йыйылма командаһы — чемпион!
Әлеге минуттарҙа "Динамо" стадионында Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш тамамланды.

Бөгөн Өфөнөң “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш уҙғарылды. Шуныһы әһәмиәтле: быйылғы бәйгегә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ла ҡушылды.

– Бөгөн шәп, рухлы, ихлас турнир булды. Рәхәтләнеп уйнарға мөмкинлек биргән «Динамо» стадионына, трансляцияны ойоштороусыларға, спонсорҙарға, хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт! Быйыл ҡиммәтле бүләктәр бүленде, ихлас ҡабул итеп алығыҙ. Артабан да шундай турнирҙар ойошторорға насип булһын! Бөгөн иң ҙур еңеүебеҙ – берҙәмлек, бының өсөн Әхәт Мотаһар улының рухы шатланғандыр. Ҡәҙерлебеҙ тыныс йоҡлаһын! Ә беҙгә артабан да бергә-бергә эшләргә, ижад итергә яҙһын! – тип белдерҙе «Башҡортостан» ТРК-һы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Йылдағыса һәр уйын сәмле барҙы, һәр ҡайһыһы ҡаты көрәш менән тамамланды. Быйыл командаларҙың айырыуса юғары әҙерлекле булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Әммә ярыш булғас, еңеүселәре-еңелеүселәре лә бар.

Шулай итеп, турнир еңеүселәре тип хеҙмәттәштәребеҙ, республикабыҙ гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәренән торған йыйылма команда еңеүсе тип табылды. Уйынсылар «Инструмент ВПР» компанияһының ҡиммәтле электр ҡорамалдары менән бүләкләнде. Икенсе урынды «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналы командаһы, өсөнсөнө «Йондоҙло» башҡорт эстрада йондоҙҙары командаһы яуланы. Дүртенсе һәм бишенсе урынды «Юлдаш» радиоһы һәм БЮТ командалары бүлеште. Шулай уҡ йылдағыса турнирҙың иң оҫта уйынсылары ла билдәләнде:

«Иң яҡшы уйынсы» – Алексей Ҡуянов, баҫма киң мәғлүмәт саралары.

«Иң яҡшы связующий» – Эльвира Бурцева, баҫма киң мәғлүмәт саралары.

«Иң яҡшы либеро» – Ольга Герасева, «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналы.

«Иң яҡшы һөжүмсе» – Евгений Тарасов, «Йондоҙло» командаһы.

Һәр волейбол оҫтаһына «Урал батыр» туристик операторынан ҡиммәтле приздар һәм кубоктар тапшырылды.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!


Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-04-15/matbu-at-yorto-komanda-y-chempion-2771593