Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә!
17.01.2022 Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә!
Башҡортостан журналистарының XXII съезы республика Журналистар союзы йәшәйешендә өр-яңы дәүерҙе башлап ебәрҙе. Съезд 2020 йылдың 15 декабрендә үтте. Союздың яңы рәйесе – Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов, Идараның һәм Советтың, Ҙур жюриҙың төбәк коллегияһының яңы составтары һайланды. 2021 йылда республиканың ижади ойошмаһы ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште һәм Яңы йылда ниндәй өмөттәр менән йәшәй? Төбәк Журналистар союзы етәксеһе менән әңгәмәбеҙ ошо турала.



– Вәдүт Ғәйфулла улы, бөтәһе лә белеп еткермәйҙер, бәлки, беҙҙең Журналистар союзы Рәсәйҙең иң яҡшы төбәк союздары рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инде...

– Урындағы ойошмаларҙың эш йомғаҡтарын сентябрҙә XXV “Бөтә Рәсәй-2021” хәҙерге заман журна­листикаһы форумы нигеҙендә Сочиҙа үткән Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ултырышында иғлан иттеләр. Башҡортостандың Журналистар союзы илдәге төбәк союздары эшенең һөҙөмтәлелеге рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инде. Рейтингты төҙөгәндә үткәрелгән саралар, йәмәғәт берекмәһенең яңы ағзалары һаны, медиаәүҙемлек, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү иҫәпкә алынды. Уҙған йылда Башҡортостан журналистарының ижади эш әүҙемлеге бик юғары булды. Иң-иңдәр иҫәбенә инергә тап ошо күрһәткес ярҙам иткәндер. Был ҡыуаныслы хәл бер үк ваҡытта байтаҡ бурыс йөкмәтә.

Беҙ онлайн тәртибендә әүҙем эшләргә өйрәндек, эшмәкәрлеккә байтаҡ яңылыҡ индерҙек. Журналистар союзының сайтын яңыр­тыуға, уны көнүҙәк контент, шул иҫәптән урындағы ҡала һәм район түбәнге ойошмалар тормошо тураһындағы мәғлүмәттәр менән тулыландырыуға иҫәп тотабыҙ. Журналистар цехын һанлаштырыу, заманса һанлы платформаға күсеү йәһәтенән дә ҙур бурыстар тора. Беҙҙең программала район-ара ижади берекмәләр, шулай уҡ союздың урындағы ойошмалары рәйестәре составын нығытыу, ағзалыҡ иғәнәләрен түләү мәсьәләһен яйға һалыу буйынса бурыстар ҙа бар.

Стратегик бурыстарға Баш­ҡортостан Журналистар союзының юбилейы; быйыл яҙ киң мәғлүмәт сараларының иҫәп буйынса икенсе “Медиайыйын”ы; журналист кадрҙарын әҙерләү эше, Сочиҙа “Бөтә Рәсәй-2022” фестивалендә ҡатнашыу һәм башҡалар инә.

Пандемияға бәйле сикләүҙәр эшебеҙгә кәртә булманы, кире­һенсә, улар өр-яңы эш алымдары һәм идеялар эҙләү өсөн этәргескә әүерелде. Йыл бик һөҙөмтәле булды. Хәтерҙә һаҡланып ҡалырлыҡ бер нисә сағыу һәм күләмле сара, Журналистар союзы интенсивтары уҙғарылды.

Был йәһәттән, иң элек, 2021 йылдың апрелендә Ғафури районы биләмәһендә үткәрелгән киң мәғлүмәт сараларының республика форумы – “Медиайыйын”ды айырыуса билдәләргә кәрәк. Ул ғәмәлдәребеҙҙең өр-яңы иҫәп нөктәһенә әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың тырыш­лығы һөҙөмтәһендә киң мәғлүмәт сараларын хеҙмәткә түләүгә һәм эш шарттарына, белем биреүгә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашы­рыуға ҡағылған ҙур ыңғай үҙгә­рештәр көтә. Башҡортостан журналистары хәҙер грант ярҙамына, журналистика өлкәһендәге заманса мультимедиалы проекттарҙы үҫте­реүгә иҫәп тота ала. Ҡайһы бер проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына “Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” документаль фильмы төшөрөлә. Йәнә бер проект – “Медиайыйын” милли киң мәғлүмәт саралары форумы. Ул Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы Грантына тормошҡа ашырыла.

Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, публицист һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 125 йыл тулған осорҙа уның Матбуғат йорто эргәһендәге һәйкәленә, ҡәберенә лә сәскә һалыу тантанаһы булды, герой-революционерҙың йорт-музейында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу ҙа журналистарҙы һөнәри яҡтан үҫтереүгә булышлыҡ итә. Союз Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Һөҙөмтәлә бер нисә уртаҡ акция үткәрелде. Улар иҫәбендә – республиканың Урмансылар паркындағы Журналистар аллеяһында ағас ултыртыу акцияһы. Был эш 2021 йылда ла дауам итте.

Былтыр ветерандарҙың Өфө ҡала ойошмаһы менән дә хеҙмәт­тәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, Журналистар союзында ағза булып иҫәптә торған 1600 кешенең яртыһы тиерлек – ветерандар. Был хәл беҙҙе өлкән быуындың тәжрибәһен фай­ҙаланып, уртаҡ көстө, тырыш­лыҡтарҙы берләштереүгә этәрҙе. Эйе, бөгөн йәштәргә өҫтөнлөк бирелә, әммә күсәгилешлелек, республика Союзы алты тиҫтә йылдан ашыу туплаған тәжрибәне оноторға ярамай. Журналистика ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләр ҙә беҙҙең өсөн бик мөһим.

2021 йылда тиҫтәләрсә колле­габыҙ, нигеҙҙә, ковид менән сир­ләгәндәр, яман шештән яфалан­ғандар, шулай уҡ тормошта ауыр хәлгә тарыған мохтаждар матди ярҙам алды. Шифаханаларға юллама хаҡтарын түләү, мохтаждарҙы аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин итеү йәһәтенән дә ярҙам күрһәтелде. Рәсәй Журналистар союзынан бер йыл эсендә Башҡортостан журналистарына миллион һумға яҡын ярҙам алынды. Әйтергә кәрәк: Владимир Геннадиевич Соловьев рәйесле­гендәге Рәсәй Журналистар союзы төбәктәрҙәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы журналистарға ҙур ярҙам күрһәтә. Ысынлап та, беҙ яңғыҙ түгеллегебеҙҙе тоябыҙ. Йыл һайын 20-30 кешелек делегациябыҙ Сочиҙа уҙғарылған “Бөтә Рәсәй” киң мәғлүмәт саралары форумында ҡатнаша. Унда журналистар һө­ҙөмтәле эшләү, тәжрибә уртаҡ­лашыу һәм ял итеү мөмкинлегенә эйә. Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Рәсәй Журналистар союзының бик күп наградаларына лайыҡ булды.

Уҙған йыл байтаҡ ваҡиғалар булды. Рәсәйҙең көрәш сәнғәте союзы менән Рәсәй Журналистар союзы Өфөлә Бөтә Рәсәй “Һүҙ көсө” программаһын ойошторҙо. Ул журналистарға һөнәри эшмә­кәрлеккә бәйле үҙ-үҙеңде һаҡлау нигеҙҙәрен өйрәтеүгә йүнәлтелде. Минең эшмәкәрлек осоронда әлегә журналистарға физик һөжүм итеү тураһында мөрәжәғәттәр булманы, әммә һаҡланыу нигеҙҙәрен белергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Семинарға тотош республиканан 30-ҙан ашыу журналист һәм киң мәғлүмәт саралары етәкселәре килде. Рәсәй­ҙең Бөтә стилдәге каратэ федера­цияһының Орел бүлексәһе етәксе­һе Юрий Семенихин улар өсөн практик күнекмә үткәрҙе. Ул төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында ентекле һөйләне, һаҡланыу, яҡланыу алымдарын күрһәтте. Һәр алымды журналистар үҙҙәре һынап ҡараны. Күнекмәләрҙә уларға Көрәш сәнғәте мәктәбе уҡыусылары ярҙам итте.

Танылған радио дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир күркәм йолаға әүерелде. Былтыр ул “Динамо” стадионында үткәрелде. Сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаш­ҡан өсөн “Башҡортостан” телера­диокомпанияһы (директоры – Рөстәм Зарафетдинов), Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалы (Азамат Сәлихов), “Юлдаш” радиоһы (директоры – Миләүшә Ғәлиева) ко­мандаларына, Әхәт Мортазиндың хәләл ефете, “Башҡортостан” теле­радиокомпанияһы директо­рының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫ­баеваға рәхмәтлемен. Журналистар союзы беренсе тапҡыр күнекмәләр үткә­реү өсөн волейбол селтәре һатып алды. Ижад кешеләре өсөн спорт менән шөғөлләнеү бик файҙалы.

“Вирусты бергәләп еңербеҙ!” конкурсы тураһында уйланғанда, халыҡты ковидҡа ҡаршы әүҙемерәк вакцина яһатыуға йәлеп итеүҙе, ошо рәүешле коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә өлөш индереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Конкурс шарттарына ярашлы, унда теләгән һәр кеше – блогерҙар, журналистар, йәштәр, уҡыусылар, ижади коллективтар, берекмәләр, ябай граждандар ҡатнашты. Улар социаль селтәргә вакцина эшләтеүҙе хуп­лап, видеояҙмалар, вайндар һәм мемдар ижад итеп ҡуйҙы. Конкурс­та ҡатнашыусылар, ошо темаға сюжеттар уйлап табып, социаль селтәрҙәге асыҡ сәхифәләрендә #вместевируспобедим#язавакцинацию хештегы менән сығарҙы. Тәү сиратта ижади алымдар хуп­ланды.

Сара юғары кимәлдә үтте, конкурсанттар (ә уларҙың һаны 100-гә яҡын ине) ҡәнәғәт ҡалды, барыһы ла һүҙ көсө, мемдар һәм вайндар ярҙамында вакцина яһатыу зарурлығына инандырырға тырышты. Ләкин, әйтергә кәрәк, психологик яҡтан был сара еңелдән булманы. Киләсәктә хәүефле сирҙәргә, үлемесле вирусҡа арналған бындай конкурстарҙы үткәрергә яҙмаһын. Дөйөм вакцинация йәмғиәтте һауыҡтырырға ярҙам итәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид ҡорбандары исемлегендә беҙҙең коллегалар ҙа бар.

Яңы шарттарҙа Союз эшендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе – Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү. Буласаҡ алмаш тап шунда әҙерләнә. 2021 йылда Журналистар союзы менән студенттар араһындағы мөнәсә­бәттәр әүҙем яңырҙы. Был йәһәттән БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның тырышлығын айырыуса билдәләргә кәрәк.

Беҙ байтаҡ уртаҡ саралар ойошторҙоҡ. Йыл башында йәш хәбәрселәр слет-фестивале үткә­релде, һуңыраҡ “Башҡортостан” һәм “Республика Башкортостан” республика гәзиттәре коллективтарында осрашыуҙар булды. Хәҙер өлкән остаздар беренсе курс студенттарына беркетелде. Улар юғары уҡыу йортонда белем алған осорҙа беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итер, тип ышанабыҙ. “Республика Башкортостан” гәзитендә хатта “Мобиль репортер” студияһы ла асылды. Унда БДУ-ның беренсе курс студенттары ижадын сағыл­дырған бер нисә стартап-сәхифә донъя күрҙе. Редакциялар, практика үтеү өсөн йәштәр сиратҡа баҫыр, тип хыяллана. Студент­тарҙы үҙебеҙҙең Журналистар союзында ла практикаға көтәбеҙ.

Союз ҡарамағында Бөтә быуын журналистары клубы эшләй. Беҙ­ҙең клубтың аудиторияһы – иң элек Союз ағзалары, төрлө быуын журналистары. Клуб – ғәмәлдә республика журналистарын берләш­тергән үҙәк ул. Мәҡәләләрҙең геройҙары – шашка буйынса донъя чемпиондары менән турнирҙар, күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Әйткәндәй, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙри­сова, Айнур Шәйбәков бер нисә тапҡыр килеп, журналистар менән уйындар ойошторҙо. Улар менән бергә шулай уҡ тренер Юрий Черток та килде.

Башҡортостандың журналистар берләшмәһе – Рәсәй Журналистар союзында иң күләмлеләрҙең береһе. Уның сафында урындағы 81 ойошмаға берләшкән 1,5 меңдән ашыу журналист иҫәпләнә. Ҡала һәм райондарҙа ете район-ара ижади берекмә эшләй. Төрлө быуын, төрлө ҡараш журналистарын һөнәри теләктәшлек, туғанлыҡ берләштерә. Ҡасандыр теге йәки был сәбәп менән Союздан сыҡҡан кешеләр йәнә әйләнеп ҡайта, һәм беҙ быға ҡаршы килмәйбеҙ. Һуңғы ваҡытта беҙҙең сафтың тулыланыуы күҙәтелә. Әйткәндәй, Союз ағзаларының барыһы ла киң мәғлүмәт сараларында эшләмәй, беҙҙең арала уҡытыусылар, ғалимдар, китапханасылар, клуб, архив, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәт­кәрҙәре лә бар. Союз ағзалары иҫә­бендә – 19 фән докторы, 60-тан ашыу фән кандидаты, Башҡортостандың 118 атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 90-дан ашыу атҡаҙанған матбуғат хеҙ­мәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың 19 атҡаҙанған уҡытыусыһы, төрлө йылдарҙа Дәүләт Думаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Юғары Советтары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланған 17 кеше, халыҡ артистары, рәссамдар, шағирҙар, йәнә 58 кеше – Башҡортостандың Яҙыу­сылар союзы ағзаһы.



– Күптән түгел бер колле­габыҙҙан “Журналистар союзы­ның әллә ни әһәмиәте юҡ” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде. Быға нимә тип әйтерһегеҙ?

– Бөгөн республика йәмәғәт ойош­маһының нимә менән шөғөлләнеүе тураһында саҡ ҡына ҡыҙыҡһынып ҡарарға тәҡдим итер инем уға. Минеңсә, Союз – журналистар берләшмәһенең һөҙөмтәле медиаторы. Ул республика һәм урындағы кимәлдәге төрлө редакциялар араһында үҙ-ара бәйләнеш булдыра, журналистарҙы уҡытыуға, уларҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә, бөтә кимәлдәрҙә мәнфәғәттәрен яҡлай, киң мәғлүмәт саралары өлкә­һендәге төрлө конкурстарға йәлеп итә. Журналистар союзы ветерандарға һәм ауыр хәлгә тарыған журналистарға социаль ярҙам күрһәтеү эшен һиҙелерлек көсәйтте. Әлеге шарттарҙа был айырыуса мөһим.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа Рәсәй Журналистар союзында ағзалыҡтың нимә биреүен әлегә тиклем аңламаған кешеләр ҙә бар. “Ә һин үҙең Союзға нимә бирәһең?” тип һорағы килә ундайҙарҙан. Бында үҙ-ара бәйләнеш булыуы шарт. Союз – ҡеүәтле көс ул. Журналист таныҡлығы журналистар берләш­мәһе тарафынан бирелгән сифат билдәһенә тиң. Башҡалар үҙ эргәһендә бурыстарын һәм яуаплы­лығын яҡшы белгән, тейешле оҫта­лыҡҡа эйә булған, әхлаҡи кодексҡа таянып эш иткән һөнәри журналист тороуын аңларға тейеш. Рәсәй Журналистар союзының үҙ сафына яңы ағзаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштерергә ниәтләүе осраҡлы түгелдер. Рәсәй Журналистар союзы ағзалары, нисек кенә сағыу яңғы­рамаһын, журналистар берләшмәһе элитаһын, төбәктәге иң йоғонтоло кешеләрҙе, фекер лидерҙарын тәшкил итә, шуға күрә һөнәри берекмәлә осраҡлы кешеләр булырға тейеш түгел.



– Кисә журналистарҙың һөнә­ри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләнек. Коллега­ларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Күберәк оптимизм, киләсәккә ышаныс, өмөт тойғоһо, журналис­тарҙың йөҙөндә һәм ғәмәлдәрендә дәрт ялҡындары күрге килә. Йәнә бер теләк – Бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстарында коллегаларыбыҙ әүҙемерәк ҡат­наш­һын, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы сайттарына йышыраҡ күҙ һалһын ине. Беҙҙең Союз ишеге барыһы өсөн дә асыҡ. Хәҙер офисыбыҙ килгән кешеләргә, айырыуса өлкән быуын вәкилдәре­нә уңайлы булһын өсөн Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында (111-се бүлмәлә) урынлашҡан. Һәр ҡайһығыҙ менән осрашыуға шатбыҙ.



Вәдүт Исхаҡов Ишембай районының Ураҙбай ауылында тыуған. 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ишембай ҡалаһындағы Республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Уҡыу-етештереү комбинаты директоры, алты йыл “Башҡортостан” гәзите редакцияһының үҙ хәбәрсеһе, 12 йыл “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире, Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры була. Ете йыл Ишембай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына етәкселек итә, Ишембай район Советы депутаты була.

Һуңғы өс йылда – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республика Журналистар союзы рәйесе.

Ғаиләһе, ике улы бар.


Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-14/r-s-y-i-ya-shy-s-i-bend-2654873