Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » "Алтын һуҡмаҡ" ҙур үрҙәргә юл асһын!
02.09.2021 "Алтын һуҡмаҡ" ҙур үрҙәргә юл асһын!
Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейына беренсе класҡа 93 ҡыҙ һәм малай килде.

1 сентябрҙә республика мәктәптәрендә Белем көнө гөрләп үтте. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында ла - байрам кәйефе. Кемдер яратҡан уҡытыусыһы янына ашыға, икенселәре йәй буйы күрмәгән дуҫтарын ҡосаҡлай, бәғзеләре дәреслектәрен барлай.

"Алтын һуҡмаҡ"ҡа тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан балалар өсөн лицей янында Белем байрамы тантанаһы уҙғарылды. Сарала республиканың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, мәктәп директоры Дилә Фәтҡуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветерандары - Гөлсирә Өмөтбаева, Рәсимә Айсыуаҡова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Тантананы асып, Дилә Урал ҡыҙы барыһын да Белем көнө менән тәбрикләне, уҡыу йылының матур, уңышлы үтеүен теләне. Вәдүт Ғәйфулла улы үҙ сығышында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе, уҡыусыларҙы яҡшы уҡырға, киләсәктә илебеҙҙең ышаныслы терәк-таянысы булырға саҡырҙы.

"Мин журналистика өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләһәм дә, үҙемде уҡытыусы итеп тоям. Әйткәндәй, педагог һөнәрен тап Сибай ҡалаһынан - педагогия училищеһында практика үтеп башлағайным. Шуға күрә бында һәр саҡ шатланып киләм. Сибайҙа дәртле, ихлас халыҡ йәшәй. Уҡытыусыларға яуаплы эштәрендә тик уңыштар теләйем, уҡыусыларығыҙ һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырһын. Барығыҙҙы ла Белем көнө менән!" - тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Тәүге ҡыңғырауҙы биреү бәхете беренсе класс уҡыусыһы Кәримә Аҡманова менән туғыҙынсы кластан Мансур Ғүмәровҡа эләкте. Байрамды беренселәрҙең бик матур итеп шиғыр ятлауҙары, Айһылыу Әбделғәзинаның йырлауы, бишенсе класс уҡыусыларының бейеүҙәре йәмләне. Йәш өмөтбаевсылар яҡшы уҡырға, тәртипле булырға һүҙ бирҙе.

Быйыл белем усағында беренселәр өс класҡа тупланды.

Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова

"Алтын һуҡмаҡ" ҙур үрҙәргә юл асһын!