12.09.2021 Сочи ҡалаһында журналистарҙың форумы дауам итә
Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән коллегаларҙың күргәҙмәләре үҙенә генә хас үҙенсәлеге менән айырыла. Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев күп журналистарҙы борсоған: "Хәҙерге ваҡытта интернет аша эшләгән һәр кем үҙен киң мәғлүмәт сараларына индерә. Ә ысын журналист һәм блогерҙы нисек айырырға?"-тигән һорауға, "Ысын журналист тик факттарға нигеҙләнгән дөрөҫ мәғлүмәт бирә, уның тел мәҙәниәте лә булырға тейеш. Ә бына блогерҙарға килгәндә уларҙың күпселеге был тәғлимәттәрҙе күҙәтмәй"-тине.
Гузель Исянгильдина-Салихова
Гузель Исянгильдина-Салихова