Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » » “Шул Шәйхетдиновты беҙгә ебәрегеҙ әле...”
“Шул Шәйхетдиновты беҙгә ебәрегеҙ әле...”
...Хәҙер генә ул, журналистарса әйткәндә, материал туплау бер ни тормай: республиканың төрлө төбәгенән кәрәкле мәғлүмәтте минут эсендә белеп була. Ваҡиға, проблема тураһында төплөрәк яҙам тиһәң, редакция машинаһында тип-тигеҙ асфальт юлға төшөп, командировкаға сыҡ та кит. Ә бына был уңайлыҡтар булмаған заманда баҫма тулы һулыш менән тын алһын өсөн үҙхәбәрселәр пункттары алыштырғыһыҙ таяныс була.

Улар республиканың төрлө төбәктәрендә берҙәй уңышлы эшләп килә. Шундай таяныстарҙың береһе төньяҡ-көнсығыш төбәктә урынлаша. Иң алыҫ зоналарҙың береһе ул. Әммә урында эште төплө алып барыу сәбәпле, Өфө менән бәйләнеш ныҡлы ойошторола, аралар яҡыная. 22 йылдан ашыу ошо йөктө тартып килгән Зыял Шәйхетдиновтың хеҙмәте гәзитебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәшәгән уҡыусыһына барып етеүҙә, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе сисеүҙә баһалап бөткөһөҙ!

– 1985 йылдың 2 сентябрендә эшкә килгәйнем, 2007 йылдың 13 декабрендә хаҡлы ялға сыҡтым. Абруйлы журналистар, яҙыусылар Ғәлим Хисамов, Ризван Хажиев, Хәбирйән Таһиров кейгән “собкор” ҡамытын кейҙем, – тип бер көнлөк кенә ваҡиға һымаҡ хәтерләй хеҙмәт йылдарын Зыял Салауат улы.

Ә бит, уйлай китһәк, күпме ге­рой­ҙар, күпме ваҡиғалар, кешеләр яҙмышы, тотош урындағы йәшә­йеш, проблемалар сағылыш тапҡан ветераныбыҙҙың яҙмаларында.

Әйткәндәй, Зыял ағайҙың эшкә килеүе лә үҙенсәлекле килеп сыға... Коммунизмдың тарҡалыуға юл алған йылдары. Шулай ҙа райком­дарҙың да, партияның да үҙ һүҙе, үҙ көсө бар әле. Университет, унан һуң партия мәктәбен тамамлаған, әрме мәктәбен үткән, ике йыл район гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһында тәжрибә туплаған йәш белгесте Мәсетле районы хакимиәтенә пропаганда бүлеге етәксеһе итеп саҡыралар. Зыял Шәйхетдинов был эшкә тәүге көндән ең һыҙғанып тотона. Оҙаҡламай “Башҡортостан” гәзитенә үҙ хәбәрсе булырға тәҡдим килә, Зыял ағай бер секунд та шикләнмәй, артабан йәнә журналистика өлкәһенә күсә. Быға үҙе лә, уҡыусылары ла бер ҡасан да үкенмәй.

Хәҙер инде Зыял Шәйхетдинов дөрөҫлөктө үҙенең үткер ҡәләме ярҙамында эҙләй башлай. Ә Баш­ҡортостандың төп баҫмаһы “ҡарма­ғына” эләгеү – ай-һай!.. Бында бер район ғына күҙ уңында тотолмай: башҡа райондарҙа ла нәҡ уның мәҡәләләре нигеҙендә “берен­селәр” шелтә ала, хатта эштән ебәрелә. Шуныһы мөһим: аҙаҡ ул кешеләр менән яҙмыш осраштыра, тик “геройҙар” үс һаҡламай, “дөрөҫ яҙғанһың” тип ҡул ҡыҫа.

Ғәҙеллек хаҡына әйтергә кәрәк, үҙ хәбәрсе булып эшләй башлағас, һүҙ бында элекке коллегабыҙҙың ижады гел тәнҡит мәҡәләләре яҙыуға ҡоролған тигәнде аңлатмай әле. Райондарҙа башҡарылған матур эштәр, башланғыстар, ил ки­мәлендәге һөҙөмтәләр тураһында ла йөҙәрләгән, меңәрләгән мәҡәлә, һүрәтләмә, очерк, репортаж яҙа Зыял ағай. Уның зонаһына тотош төбәк – Мәсетле менән бер рәттән Дыуан, Салауат, Ҡыйғы, Бала­ҡатай, хатта Ҡариҙел менән Асҡын райондары ла ҡарай! Шул тиклем географияны күҙ алдына килтереүе ауыр, ә бында һәр райондан редак­цияға яҙмалар килеп торорға тейеш.

– Бер сыҡҡанда бер юлы бер нисә районда эшләп ҡайта инем, иртән автобусҡа ултырып сығып китәм, килеп төшкәс, артабан ниндәй транспорт тура килә, шуға күсәм. Иртән район үҙәгендә булһам, төш фермала, кис берәй йортта матур ғаилә тарихы тура­һында белешеп ултыра инем инде, – тип һөйләй үҙенең эш алымы тураһында ветеран хеҙмәттәшебеҙ.

...Хәйер, бер төньяҡ-көнсығыш ҡынамы һуң, уның мәҡәләләренең тәьҫире башҡа райондарға ла барып етә. Гәзит уҡыусылар араһын­да редакцияға: “Шул Шәйхет­ди­новты беҙгә лә ебәрегеҙ әле, беҙ­ҙең районда ла тәртип урын­лаш­тырырға кәрәк”, – тип шылты­ра­тыу­ҙары уның хеҙмәте өсөн үҙе ҙур баһалыр, беҙҙеңсә! Әммә Зыял ағай башҡа районға ла күсмәй, район хакимиәтенә эшкә саҡырыу­ҙарға ла әүрәмәй, ә үҙенең төбә­генә, уҡыусыларына тоғро ҡала, хаҡлы ялға сыҡҡас, урында үҙенең зонаһына ҡараған райондар тура­һында яҙған “Әйлестан” гәзитенә лә нигеҙ һалып өлгөрә. Бөгөн дә ул, тыуған еренең һулышы, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып, үҙ ерендә йәшәй бирә. Арабыҙҙа шундай һоҡланғыс шәхестәр эшләүе, үҙенең ижади хеҙмәт алымдары, тәжрибәһе менән башҡорт журналистикаһына тос өлөш индереүе – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!


Рәмил МАНСУРОВ. "Башҡортостан" гәзите, 14 июнь, 2022 йыл.