Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
15.03.2019 Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

(Статья опубликована в газете "Йэшлек" 15 марта 2019 года)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовты юбилейы менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә үткер фекерле, һутлы телле ижадсы булып ҡалыуын теләйбеҙ. Түбәндә – уның күҙәтеүҙәренән күренештәр.  

Хә һәм һә

– Хә, – тине лә телефонын һүн­дерҙе теге ос.
Ҡыҫҡа заман килде шул – «хәҙер»ҙең ҡырҡылғандан ҡалғаны был. Һәйбәтме? Ҡайһылыр субкультура эсендә баралыр – йәштәргә мөмкин: уларға ни ҡылһа ла төҫ. Шуның менән бергә рус­салағы ща-ға оҡшатып ҡыҫҡартыу бар һәм быны хатта тура тәржемәләү менән тиңләп тә булалыр, сөнки бер ҙә бүтән һүҙ түгел, ә тап ул туналған.
Ошоно яҙғас, иҫкә төштө:
– Һеҙҙең яҡтың һөйләшеүен яратмайым, – тип һалғайны бер ханым. – «Һәҙер» тиһегеҙ...
Уныһы ысынлап шулай, әммә, беренсенән, былай ҡаты белдереү филолог дипломлы кешегә һис ярамай – һәр һөйләшкә ихтирамлы ҡараһын; икенсенән, ҡайһы ғына һүҙ булмаһын, башта эти­мо­логияһын өйрәнеү кәрәк – әҙәби телдә, бәлки, киреһенсә, яңылыш яҙылып-әйтелеп йөрөйҙөр.

Хаҡлыҡ итһен тантана

Машиналар яҙғы дәртле йылға булып ашыға. Тәҙрәләрҙә, гүйә бейек тулҡындарҙа, ҡояш нурҙары ялт-йолт килә.
Йәшел япма кейгән ҡаҡса егет баҫҡан. Тулҡынға, тәжрибәһеҙ балыҡсылай, ҡыйыуһыҙ ҡарай. Юлаҡлы таяғын, берәйһен тикше­рергә тип, һонғандай итә, ләкин быны тулыһынса башҡарырға баҙнаты етмәйме – нишләй. Тауышланырға ярамаған ерҙә иғтибарҙы ым менән йәлеп итергә теләгәндә шулай хәрәкәтләнәләр.
Автомобилдәрҙең береһе үтеп бара ине инде – күтәрергә булды ҡулындағыһын егет. Хужаның танау төбөндә генә башҡарҙы быны.
– Эй-й, эшкинмәгән… – тип баһа бирелде ҡылыҡҡа. Әммә ҡушҡаны башҡарылманы. Сөнки һәр нәмәнең еткереп эшләнгәненә күнеккән ир. – Нимә теләгәнеңде кеше алдан белергә һәм әҙер­ләнергә тейеш, тип өйрәтмә­неләрме ни һине? Юҡ, туҡтамайым, сөнки был – мине һанға һуҡмау. Өҫтәүенә, ҡағиҙәне тамсы ла боҙманым.
Бара биргәс:
– Фәләнсә маркалы, моделле, номерлы автомобилде йөрөтөүсе, юл ситенә һырығығыҙ! – тигән, ошо рәсмилектән уғата ҡаты ишетелгән, ҡысҡырыу яңғыратты ағымды.
Һырыҡты.      
– Ниңә талапты үтәмәнегеҙ? – Ҡаш аҫтынан тексәйелде.
– Туҡтаным. Ултырам.      
– Тегендә, – тип дөрөҫләне, йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан, са­маһыҙ йомро кәүҙәле офицер.
– Ә кем ҡушты һуң әле?
– ЮХХДИ хеҙмәткәре.
– Күрмәнем ундайҙы.
– Стажер, – тип төҙәтелде.
– Шул шул бына. – Уныһының ҡулын серәкәй ҡыуғандағылай ялҡау болғағанын өҫтәп торманы.
– Асыҡларбыҙ. Әйҙәгеҙ  минең арттан.
Боролдо.
Урында һорауҙарҙы үҙе бирергә кереште:
– Туҡтатырға ниәтләгәндә команданы күпме ара ҡалғас бирәләр? Һеҙҙең арҡала юғалтҡан ваҡы­тымды кем ҡайтарыр? Етәксегеҙ ҡайҙа?
Саҡырҙылар.
Уныһы, документтарға шым күҙ йүгертте лә, йылмаймай ғына кире тапшырҙы:
– Fәфү итегеҙ, хәйерле юл!
Хаҡлыҡ тантана итһен дә шулай гел.  

Шундайбыҙ

Фатирҙың төҙөүселәр тапшырған йөҙө лә, килбәте лә оҡшап етмәне. Бөтәһе урынлаштырылған, буялған, йәбештерелгән – ин дә йәшә, тик – арзан, тоноҡ, келәттә ятып иҫкергән нәмәләр һәм, унан да мөһимерәге – тамсы ла ижадилыҡ юҡ.
Инмәнем, ә шул ижадилыҡҡа тотондом. Ошо арауыҡта район­дарҙың береһендә йәшәгән дуҫтың юлы төшкөләне. Бер тапҡыр, йөк машинаһы менән килгәнендә, магазиндан ауыр тоҡтар ҙа алып килеште.
Шул материалдарҙың төрҙәре, төҫтәре, хаҡтары тураһында һөйләп ебәрәм быға: әйтәм бит – тәрән ижади эшләйем, бар күңелемде һалам. Әммә ул тыңлауҙан артмай, минең хәтерҙе уйлап, һорау ғына биргеләй. Хәл фатирға күскәс тә шулай уҡ дауам итте.
Күпмелер ваҡыттан иптәш бөтөнләй үҙгәрҙе. Сәй эсмәҫ борон уҡ, ян-яғын байҡай – телевизорҙа ла, минең хәбәрҙә лә эше юҡ.
– Ә-ә, быны былай иткәнһең икән, – ти. Күҙе янып тора. Материалдың индексын әйтеп ҡуя.
Сәбәбе тиҙ аңлашылды – яңы өй һала башлаған һәм быны ҡалалағыса башҡара, баҡтиһәң.
Тормоштоң башҡа яҡтарында ла шулай: үҙеңдән алыҫ нәмә, ҙур булһа ла, күренмәй. Кеше ҡайғыһы – төштән һуң, тигән әйтем дә тура килә шикелле бында. Шуға күрә кемдер һинең өсөн бөйөк мөһим нәмәгә иғтибар итмәһә,  үпкә­ләмәҫкә лә тейешбеҙ, сөнки үҙебеҙ ҙә шундайбыҙ.

Ваҡлыҡтар бүрттерелмәһен

Ҙур сара бара. Сәхнәлә – заманса күренеш: яҙынҡы көйәнтә рәүешендә ҡуйылған аҡ ҡәнә­фиҙәрҙә эксперттар аяҡтарын аяҡҡа һалған.
Модератор социаль ғәҙелһеҙлек, оло компаниялар етәкселәре ме­нән ябай хеҙмәткәрҙәр кеҫәһе араһындағы алыҫлыҡ тураһында һөйләй генә башлағайны, түбәнән нимәлер ҡубып, алдында ғына күңелле сәсрәне.
Зал геү итте.
– Тәүге киҫәтеү! – тип йор һүҙлелек күрһәтте кемдер.
– Түҙемлектең бөтөүе! – Икенсе берәү быны өҫтән аҫҡа түгел, а аҫтан өҫкә һелтәнгән таш тип баһаланы.
Нисек булһа ла, «таш» йо­ҡомһорап ултырған залды уятып ебәрҙе – кешеләр күпмелер ваҡытҡа смартфондарынан айырылып алды.
Модератор нимәлер тип шаяртты, әммә һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманы. Ваҡиға тиҙ онотолдо.
Йәмғиәттә кәрәкһеҙҙе бүрт­термәү ҙә мөһим шулай. Киң мәғлүмәт сараларының да бәғзе ваҡлыҡтарҙы иҫкә төшөрөп тормауы һәйбәт.
 

Телеңде тыйма, ҡулыңды тый

Ҡайҙағылыр бер ижади коллективта аҡса-маҡсаға бәйле шау-шыу ҡупҡаны тураһында хәбәр күҙгә салынды. Ошо рәүешле шыжлап торған яңылыҡтарға диҡҡәт ҡылып бармайым ғәҙәттә. Сөнки ул да бит сикле – ваҡ-төйәктең кәрәклерәк ҙурҙар урынын баҫып алыуы бик мөмкин, был саҡта инде үҙеңдең дә кесерәйә башлауыңа аҙымдар һанаулы. Һәр хәлдә, мин шундай фекерҙәмен. Нимәнелер, юҡ ҡы­наны, ишетмәй ҡалыуыңды етеш­һеҙлек күреү ҙә осрағылай юғиһә – осрамаһын ине.
Кеше аҡсаһын сәлдереү – эйе, һис шикһеҙ, етди енәйәт, әммә киң мәғлүмәт сараһына сығарылыуҙың ысынында башҡа хәлдәр, шул иҫәптән ниндәйҙер көрәш һө­ҙөмтәһе – бәлки, көнәркәштәр хас­лығы булыуы ихтималлығы ла күҙҙә тотолоп (һәр хәбәргә тулы ышаныу дөрөҫ түгел), хәбәр минең иғти­барһыҙ, субтитр кеүек йүгереп үтер ҙә китер ине, ләкин улай итмәне, күҙҙе саҡ ҡына арыраҡтағы юл – ғәйеп ташланыусының яуабы туҡтатты. Ҡыҫҡаһы, ялыу яҙғандар, һәм хәбәрсе әлеге етәксегә шылтыратҡан. Уныһы былай тигән: «Әртистәрҙең беҙгә тәүге дәғүәһе түгел был, шуға күрә аптырамайым. Улар тойғоға бирелеүсән, ярһыусан һәм, әлбиттә, теләгәнен әйтергә тулы хоҡуҡлы».
Шәп яуап ҡайтарылған – дипломатик яуап! Аҡланып та алып китмәгән директор, ялыусыларҙың битен дә йыртмаған, шуның менән бергә үҙен дә яҡлаған.
Тел менән оҫта эш итеү, был бөйөк тәбиғи һәләт, кирелекте ыңғайлыҡҡа тартып та ҡуя шулай.
Ләкин теге хужа киләсәктә кеҫәләрҙе бутамаһынсы – төтөнө сыҡҡас, бөтөнләй утһыҙ ҙа булмағандыр, оҫта теле өсөн генә түгел, ғәҙеллеге өсөн дә маҡталһын. Ижади шәхестәрҙең хислелеге хаҡында  дөрөҫ әйтә ул, тик был уны ҡыйырһытырға ярағанлығын һис аңлатмай.  

Ҡәһүә, сәй һәм эфир

Студент саҡта бер иптәштең апаһы үҙе йәшәгән ябыҡ ҡаланан күстәнәстәр ебәрә торғайны. Араларынан иң ҡәҙерлеһе ҡәһүә бул­ды. Ул саҡта магазинда һатылған нәмә – «ҡәһүә эсемлеге» тип аталмыш боламыҡ түгел был, ә ып-ысын! Һәйбәт ҡумтаға һалынған. Сынаяғыңа үҙең һалмайһың, яуап­лы ҡулдары менән иптәш үҙе башҡара быны. Һиңә тәрән хөрмәт күрһәткәндән түгел, ә ышанмауҙан – балғалағыңды өймәләм тултырып ҡуйыуың ихтимал, сөнки ҡәһүә – бал ул: бер әйтһәң, бер кәмей, ике әйтһәң, бүҫкәреп тә ҡуя.
Шул арҡала ла бит инде төн уртаһында ғына эселә. Имтихандар осорона тип һаҡлап тотолған затлы онтаҡ ятаҡта әҙәм аяғы һил булғас ҡына сығарыла. Бүлмә буйлап хуш еҫ тарала. Һә-ә-ә… Сәй эсеп үҫкән кешеләргә был Ерҙәге еҫтәй тойолмай, ожмахтан ҡумтаға һалып ебәрелгән еҫ ул. Тәмләп, шунда уҡ йоторға ашыҡмай, урт эсендә тота биреп, рәхәт сигеп, эсеп ҡуйыла. Йоҡо ҡасты, зиһендәр асылды. Бына хәҙер инде китаптарға йәбешергә лә була.
Хәҙер шулар менән сауҙаханалар тулған. Алғаным юҡ. Сәйхурмын мин хәҙер, киреһенсә. Ҡуйы яһап һемерәм. Әсәйемдең колхоз биргән һинд сәйенә шыйыҡ ҡаймаҡ һалыуҙан ҡуйы ҡыҙғылт төҫкә ингән иҫ киткес эсемлеген әле булһа һағынғанымды ла йыш әйткеләйем. Нимә юҡ – шул ҡәҙерле  барыбер ҙә.
Мәсьәлә, әйткәндәй, радиоға ла ифрат яҡын. Яҡын булмай ни, тура эфир алды самауыры янында хәл ителә лә бит инде, яҙғаным да бар, әңгәмәләрҙең төп йөкмәткеһе, ғөмүмән, тапшырыуҙың тәртибе, хатта уның уңышы йә туңышы. Һәм ошо – иң тәүҙә ҡунаҡтың тамағын ебетеп алыу, ҡабаланып килгәндең тынын урынына ултыртыу, тулҡын­ланғандың күңелен тигеҙләү, теле йоҙаҡлыға асҡыс яратыу, минеңсә, бик арыу ғәҙәт. Ҡунаҡсыллыҡ был осраҡта ла тик ыңғайлыҡҡа илтә. Юғиһә бер белгес, үҙенә хас йор һүҙлелеген өҫтәмә иҫбатлап:
– Студия ҡунағы, тиһегеҙ ҙә, эшләтәһегеҙ генә, – тип ҡуйғайны.
Эшләтәбеҙ шул. Йәмғиәт быға мохтаж булғанға шулайтабыҙ.

Журналислыҡ зыяны

Һөнәрҙәшем һөйләне быны. Автомобиль йөрөтөргә танытмаһы иҫ­кереп киткән бер заман тиҫтерҙең – ашығыс алмашты­рырға кәрәк. Ун йылдың ун саҡрымдан да тиҙ уҙғанына иғтибар бирмәй, борған да борған инде рулен. Ә яңыртыр өсөн анауы сама табипты урап сығыу хәжәт. Эштән һорап, ҡаланың бер осонан икенсе осона сап, хеҙмәт түләүле булһа ла, сиратта тор, әбейҙәрҙән әр һүҙе ишет һәм башҡалар. Шуға күрә ул медицина ҡағыҙын һатып ҡына алыу кәңәшенә ҡолаҡ һалған – бирелгән телефонға шылтыратҡан. Кискә осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар: шундай-шундай машина, шулай-шулай кейенгәнмен.
Барған был. Көтөп ултыра. Оҙаҡламай әйтелгәнсә кейенгән ҡатын яҡынлаған. Ләкин автомобиль яғына ыңғайламайсы, ҡырын ҡараштыра ғына. Сыға был, оҙон ҡара плащын рәтләй, эшләпәһен төҙәтә, ҡатын яғына атлай. Әммә уныһы ҡабалан китә башлай.
– Көтөп тороғоҙ! – Ир шулай тип ҡысҡыра. – Күрешергә һеҙҙең менән килешкәйнекме?
– Юҡ, юҡ, юҡ! – Башын сайҡай-сайҡай йүгерергә үк тотона теге...
Шулай итеп, ҡағыҙҙы барыбер ҙә ысын комиссия үтеп алырға тура килә журналисҡа.
Ни өсөн ялғанын һатмай һуң туташ? Төрлө хафалы уйға һалмалы плащ менән эшләпә ғәйеплеме? Ю-у-ҡ. Иптәш, былай ҡупым әҙәм, автомобиле тәҙрәһенә, ғорур­ланып, үҙе эшләгән киң мәғлүмәт сараһының, ғауғалы ойошманың, төрлө билдәһен йәбештереп бөткән була. Ҡырын ғына ҡараһа ла, иғтибар иткән  быға һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, уғрылыҡта тоторға уйлай, бәләһенән баш-аяҡ, шул ғына аҡса арҡаһында эшемдән яҙмайым, тип һыпыртҡан инде.

Уңышһыҙ миҫал

Ижади һәләтте тәбиғәттән өймәләм алған, ләкин тормошта ауыр хәлдә ҡалған һирәк кешеләрҙе хәлсә яҡларға кәрәклек тураһында һүҙ сыҡҡас, яңы танышым, донъя күргән, алтмыштан байтаҡ өҫтәге инде, ағай, башта шым тыңлап ултырҙы. Тамсы ла бүлдермәне, үҙенән өҫтәргә уҡ­талманы. Йәштәргә оҡшап, ҡулы­нан һис төшөрмәгән смартфонын әйләндереп үк һалды хатта. Юғары тәрбиәлелегенә барып шулай итте, тип уйлағы килһә лә, ғәмәлдә сәбәп ул түгелдер, ә өлкә үҙенән ныҡ алыҫ булғанғалыр – әйтере юҡтыр ғына.
Фекер белдерелгәндән һуң да йәһәт ҡушылып алып китмәне, уйланғандай ултыра бирҙе.
Бер килкенән, йәнә эләктергән телефонын тегеләй-былай һый­паш­тырып, әммә баяғыса ситкә шылдырмай, былай тине:
– Минең кейәү, баяғы ней, һатыу менән булыша. Бынауылар менән. – Ҡулына ымланы. – Ҡағыҙға шуларҙы вис яҙған да, әйҙә һанай хаҡын. Калькуляторһыҙ, былай ғына. Тиҙ-тиҙ. Шунан тикшерә – фырылдап һанап сыға. Дөп-дөрөҫ! Был да талант бит – һа-а-й... Мин улайта алмайым.
Ышанам, яңылышмайҙыр.
Ҡайныһы, уның ҡарауы, пен­сияһына ғына ҡарап ятмай, һаман һыуыҡ яҡтарға эшкә йөрөй икән. Һәйбәт түләйҙәр, үҙе әйтеүенсә. Ауылынан һигеҙҙе бөтөү менән сығып киткән, нефть техникумын тамамлаған. Армиянан һуң химия заводына урынлашҡан. Аҙаҡ төньяҡҡа ваҡытлыса барып-ҡайтып йөрөүгә күскән.
– Ауылыңды ташлағанһың, – тигән, ул үҙе лә яҡшы аңлап торған, шаярыу ҡатыш тәнҡиткә:
– Колхозда ҡалырға дүрәкме ни мин... – тип яуапланы.
Түгел, әлбиттә – ана нисек хәлле йәшәй бөгөн.
Йылғырлыҡты, гел матди байлыҡ хәстәрләүҙе генә оло аҡылға тиңләү, илһөйәрлекте, тыуған төйәк өсөн яуаплылыҡты, ер тойғоһон бының антонимы тип ҡабул итеү төптө хаҡ булмаһа ла, ярай инде, уны ла ғәйепләп булмай – һәр кемдең үҙ яҙмышы.
Ә бына ысын һәләт мәсьәләһен төшөнөп етмәне замандашым – ҡыҙының ире бит аҡса һанарға ғына оҫта һәм быны тиҙ, төҙ баш­ҡарыуынан мәнфәғәт – тик үҙенә, ғаиләһенә. Юғиһә, минең тарафтан белдерелгәндә, әҫәрҙәре тотош йәмғиәткә файҙалы ижади заттар күҙҙә тотолғайны.

Онотоуҙан отоу

Ауыл клубында халыҡ менән осрашҡайныҡ. Бер әҙибәбеҙ әҫәрен китабынан уҡып маташманы, яттан һөйләргә тотондо. Ләкин, әллә тулҡынланды, әллә иғтибары ишек асылыуға йүнәлде – онотоп ебәрҙе. Хәйер, быны мин аҙаҡ ҡына аңланым.
Баҡтиһәң:
– Ай әттә, бына шулай ҙа була – үҙ яҙғаным да сыға үҙемдең иҫемдән, – тигән. Һәм был шиғри юлдар рәүешендә ҡабул ителде лә ҡуйҙы. Сөнки, беренсенән, сәхнәлә иркен йөҙҙө, ялҡынланып һөйләне, икенсенән, әлеге әйткәнендә рифма булмаһа ла, ритм бар ине.
Шуға күрә хатта ғәфү үтенеү ҙә кәрәкмәне.
Минеңсә, ҡыланмау, тәбиғи булыу үҙенекен итте. Әйткәндәй, шиғырҙың ҡайһы бер юлдары тап ошо онотоу арҡаһында иҫтә лә ҡалды.

Сауҙа тотҡаһы – әҙәмсә һөйләшеү

– Һаумыһығыҙ! – Ларекка, ирле-ҡатынлыларҙыр, моғайын, икәү килеп инде. Бөхтәләр, мөләйемдәр. Үҙҙәрен тотошонан, һаулыҡ һорашыуҙарынан тәрбиәле икәндәре асыҡ. Юғиһә уларҙан алда ҡыҙыу атлап йөрөгән берәү, сәләмһеҙ, әлбиттә, текә һөйләшеүҙе хуп күргәнен асыҡ белдереп:
– Гипсач бармы? – тип һораны, һағыҙ сәйнәүҙән туҡтамай ғына.
Гипсокартонды күҙҙә тота инде. Үҙенә, бәлки, ғәләмәт шәп тойолһа ла, сит ҡолаҡҡа ятыраҡ яңғыраны. Һүҙҙәрҙең дә һәр береһенең үҙ урыны барлығын йәнә бер тапҡыр иҫбат итте булыр был.
Йә, ярай, уныһын онотайыҡ.
Һатыусылар ҙа – икәү, мөйөштә өҫтәлсектәре янында нимәлер тураһында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшәләр. Ихласлыҡ күрһәтмәнеләр, йылмайып ҡаршы атламанылар.
Инеүселәр оҙаҡ ҡына һайланды – береһенең төҫө оҡшамаһа, үлсәмдәре тура килмәне, икеһе лә ҡәнәғәтләндерһә, сифаты ярап етмәне.    
– Fәфү итегеҙ, – тип өндәште мөйөштәгеләргә ҡатын бер килкенән.
– Тыңлайбыҙ.
– Әгәр йүнләп эшләмәһә, икенсегә алмаштырырһығыҙмы икән?
– Йәки аҡсаһын кире бирерһегеҙме? – Ире үҙ вариантын тәҡдим итте.
Хужалар бер-береһенә ҡарашты.
– Нисек инде алмаштырайыҡ?! Беҙ бер нәмәне лә кире ҡабул итмәйбеҙ!
Хәҙер инде һатып алыусылар ғәжәпләнде – бөтә ерҙә алмаштыралар, бында юҡ икән дә...
– Сөнки ул ваҡытта ҡулланылышта булған була. – Һатыусы бик ышаныслы әйтә, ятлап бөткәнелер инде. – Ә беҙ бэушныйҙы алмайбыҙ, күрәһегеҙ бит – бында бөтә нәмә яп-яңы, ялтырап тора. Закон шулай ҡуша.
Быларҙың шулай рыяһыҙ һөйләшеүе, етмәһә «закон» һүҙен һатып алыусы түгел, ә һатыусының ҡулланыуы ир менән ҡатынды уғата аптыратты һәм, хатта тәбиғи тәрбиәлелектәре сиктәренән сығарып та ебәрә яҙҙы:
– Тап ана шул законға ярашлы алмаштырырға тейешһегеҙ шул. Мин ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусы документты күҙҙә тотам. – Ир шулай тине.
– Мин ҡабатлайым: яңы булһа, ә эшләтелгән түгел. – Тәбиғи, һатыусыларҙың икенсеһе лә иптәше мәнфәғәтен ҡайыра.
– Нисек эшләгәнен тикшермәйсә нисек беләйем һуң? – Ирҙең әйткәне менән килешмәй ҙә булмай. – Бында бит һеҙҙең ундай мөмкинлегегеҙ юҡ.
– Һа! Өйөгөҙҙә ҡулланаһығыҙ-ҡулланаһығыҙ ҙа, оҡшаманы ниһә, килтерәһегеҙ ҙә тапшыраһығыҙмы!? Йо-о-ҡ, улай булмай.
– Ниңәлер әрләшеп алдығыҙ ҙа киттегеҙ. Алып та өлгөрмәгәнбеҙ ҙәбаһа. Fөмүмән, былайтып башта уҡ ҡаршы төшөүегеҙ үҙе үк һатҡанығыҙҙың сифатһыҙлығы тураһындағы фекерҙе уйлата. – Ҡатын шулай тиергә мәжбүр булды. «Әлбиттә! Ниндәй генә проблема тыуһа ла, тотоғоҙ ҙа алып килегеҙ йәки шылтыратығыҙ, бына телефон. Ә тыумаҫына йөҙ процентлыҡ гарантия бирәбеҙ», – тип иркен белдерелгәндә шик барыбер ҙә кәмерәк була шул ысынлап та.
Һатыусылар тағы нимә типтер һөйләнде, ләкин үҙ-ара ғына. Һатып алыусылар тағы тауарға ҡарап тора бирҙе.
– Быларҙың һөйләшеүҙәре оҡшамай, – тине ире ефетенә.
– Эйе.
– Икенсе урында ҡарайыҡ.
– Бынауыһын алырға була. – Ҡатыны ризалашманы. – Күпме йөрөргә мөмкин инде. Быларҙыҡы арзанраҡ та бит.
– Ярай. – Ире күңелһеҙ генә килеште. – Ә былай мин, беләһең, һатыусы оҡшамаһа, тауарын да яратмайым.
– Шулай ҙа ул, тик эҙләп арыным. – Ҡатыны шулай тине лә һатыусыларға өндәште:
– Ошоно бирегеҙ.
Егет шым ғына мониторға текәлде.
Ярты минут самаһынан:
– Юҡ, – тине.
– Ниндәй мәғәнәлә?
– Был тауар беҙҙә юҡ, бөткән.
– Ә-ә, улайһа витриналағыһын алабыҙ.
– Уныһы һатылмай, сатнаған.
Быны ишеткән ирле-ҡатынлылар йәнә бер-береһенә аптыраулы төбәлде: «Ниңә башта уҡ ҡараманылар икән, башты күпме ҡатырҙылар?»
Ләкин быны телдәре менән белгертмәнеләр, сығыу яғына атланылар…
Ошо күренештән һығымта яһап ҡарайыҡ. Беренсенән, сауҙа Рәсәйҙә ниңәлер ябай эш урыны була алмай йонсой, уны һатыусы һаман да алдау юлы менән тиҙ байыу ысулы итеп күрә. Икенсенән, кеше менән, хатта ҡабат мәңге осрашмаҫың асыҡ билдәле булһа ла, яҡшы мөғәмәлә итеү кәрәк. Ана бит замандашыбыҙ ҙа ҡатынына:
– Ҡыйбатыраҡ булһа ла, анауынан алайыҡ. Һәйбәт һөйләшһәләр, ҙурыраҡ хаҡҡа ла ризамын, – тине.

ye02.ru