Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан» г. Уфа ул. 50 лет Октября, 13, 10 этаж, офис 1007
Союз журналистов Республики Башкортостан +7 (347) 276-42-66 Отправить нам письмо
» » ГӨЛНУР ҠОЛҺАРИНА: "БАРЫҺЫН ДА ПОДПИСКА КАМПАНИЯҺЫНА ДӘРРӘҮ ҠУШЫЛЫРҒА САҠЫРАМ"
13.05.2020 ГӨЛНУР ҠОЛҺАРИНА: "БАРЫҺЫН ДА ПОДПИСКА КАМПАНИЯҺЫНА ДӘРРӘҮ ҠУШЫЛЫРҒА САҠЫРАМ"
БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина инде байтаҡ йылдар милли матбуғатҡа төрлө яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә килә, шулай уҡ ул бер нисә баҫманың редколлегия ағзаһы ла. Башҡортостан депутаттары башлап ебәргән матур акциянан да ул ситтә ҡала алмаған, бишәр дана "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарына, "Башҡортостан" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә подписка эшләп, үҙ һайлаусыларын ҡыуандырған тип хәбәр итә "Ағиҙел" журналы.

"Бәләкәйҙән матбуғат уҡып үҫтем, әле лә үҙебеҙҙең гәзит-журналдар минең өсөн төп рухи аҙыҡ сығанағы булып тора. Эшем буйынса халыҡ араһында йыш булырға тура килә, уларҙың тын алышын тойоп йөрөп, үҙемдән дә алып шуны ныҡлы әйтә алам, интернет заманы булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр бөгөн дә аҡ ҡағыҙға баҫылған хаҡ мәғлүмәткә, зауыҡлы һүҙгә мохтаж. Шуның өсөн дә, туған телдә сыҡҡан баҫмалар мөмкин тиклем күберәк аудиторияға етһен ине тигән теләктә ҡалам һәм барыһын да подписка кампанияһына дәррәү ҡушылырға саҡырам, - ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.